Ябай ғына сәйәхәт түгел...
Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға килдем. Бөйөк шәхестәр йәшәгән, шанлы ваҡиғалар үткән ерҙәрҙе күреп ҡайтыу күптәнге хыялым ине.
Шуға ла ҡәҙерле мөғәллимәм Ләйсән Илдар ҡыҙы Бәхтиева апрель айында, миңә шылтыратып, Үзбәкстан Республикаһына сәйәхәт ҡылырға тәҡдим яһағас, шатлығымдың сиге булманы. Бер яҡтан бала саҡта йөрәгемдә яралған хыялым, ниһайәт, тормошҡа аша, тип ҡыуанһам, икенсе яҡтан, был сәфәргә барырға теләүселәрҙән матур төркөм туплана башлағанына һөйөндөм, быға күҙ тейҙерергә ҡурҡтым.
Һәм бына көткән көн килеп етте. Аллаһ Рәсүленән ﷺдүшәмбе хаҡында һорағандар. Ул: «Был сәйәхәт итеү һәм һатыу, алыш-биреш көнө», – тигән. Шөғәйеп пәйғәмбәр дүшәмбелә юлға сығыр булған һәм был көндө сауҙаһынан уңышлы табыш алған. Үзбәкстан иленең боронғо ҡалаларына сәйәхәтебеҙ ҙә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ҡушҡанса килеп сыҡты: Сәмәрҡәнд ҡалаһына дүшәмбе остоҡ. Төркөмөбөҙҙә егерме кеше. «Үзбәк һауа юлдары» авиакомпанияһы самолетында осҡанда уҡ туғандаш халыҡтың ҡунаҡсыллығы сағылды: күп тә ултырманыҡ, ашарға бирҙеләр, ризыҡтары хәләл, туйғансы сәй эстек, рәхмәт төшкөрө! Шулай уҡ һәр бер пассажир, алдында телеэкран булғас, ҡайһылар ваҡытын фильмдар ҡарап үткәрҙе. Өфөнән ике мең саҡрым алыҫлыҡта ятҡан боронғо ҡалаға өс сәғәттә барып еттек. Сәмәрҡәндтең сағыу уттары күренде, асылған Ҡөрьән китабы рәүешендә һалынған мөһабәт аэропорт бинаһына ҡарап һоҡландыҡ.
Ябай ғына сәйәхәт түгел ине был, һәр беребеҙҙең маҡсаты – ҡояшлы илдең ынйылары – Сәмәрҡәнд һәм Бохараның изге ерҙәрен күреп ҡайтыу, бында ерләнгән бөйөк шәйехтәр, ғалимдарға зыярат ҡылыу, уларға Ҡөрьән бағышлау. Күркәм сәфәрҙе ойоштороусы Ләйсән хажиә гид итеп күренекле дин әһелдәре – Мораҙулла Дадаев менән Мөхәмәтғариф Ҡонашевты саҡырҙы.
Күптәр зыярат һүҙен ишетеү менән ҡәберстанды күҙ алдына килтерә. Әммә был һүҙҙең мәғәнәһе күпкә тәрәнерәк һәм киңерәк. Зыярат ҡылыу – ул кемделер, тере йәки мәрхүмде Аллаһ ризалығы өсөн барып күреү, мосолман өсөн сауаплы ғәмәл. Ғәҙәттә, беҙ кемде ихтирам итәбеҙ, яратабыҙ, шул кешене күрергә ашҡынабыҙ. Был сәйәхәтебеҙҙә беҙ Нәҡшбәндиә тәриҡәтенең шәйехтәренә, бөйөк имамдарына зыярат ҡылып, нурланып ҡайтырға ниәтләнек.
Сәмәрҡәнд ҡунаҡханаһында бер төн ҡунғас, иртәнге аштан һуң ҡаланың ситендә урынлашҡан Даниял ғәләйһис-сәләмдең мавзолейына юлландыҡ. Барған саҡта Мораҙулла хәҙрәтебеҙ был пәйғәмбәргә бәйле риүәйәт һөйләне, күренекле ғалим Сәйет әфәнде әл-Чиркавиҙың китабынан өҙөк уҡыны.
Пәйғәмбәр Даниялдың ﷺ ҡәбере 18 метр оҙонлоғонда. Изге урынды ҡарап, тәрбиәләп торған ағайҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, бындай оҙонлоҡ изгене ололау йөҙөнән, шулай уҡ Даниял ғәләйһис-сәләмдең ятҡан урынының ҡотло, бәрәкәтле икәнен белеп ҡалған кешеләрҙең уның кәүҙәһен урлап алып китеүҙән һаҡланыу сараһы булып тора. Иҫ китмәле урын: һауаһы ла үҙенә күрә айырым, тын алыуҙары шундай рәхәт, һулап туймаҫлыҡ! Мавзолей тирәләй һәм уға алып барған юлдың буйына Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ хәтерләткән раузалар күпереп үҫә, был гүзәллектән күҙ ҡамаша.
Изге бәндә булған ерҙә хикмәт бар, Аҡһаҡ Тимер заманында Даниялды Сәмәрҡәнд ҡалаһына Парҫиә иленән күсереп алып ҡайтҡас, мавзолейға яҡын ғына ерҙә шишмә ағып сыға. Хаҡ мосолмандар ошонда килеп һыуһынын ҡандыра, пәйғәмбәрҙе иҫкә алып, Аллаһу Тәғәләгә доға ҡыла, рухын яңырта һәм шифа таба. Беҙ ҙә тәмләп ҡараныҡ, шунан пластик һауыттарға тултырып алдыҡ.
Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ ике туған ҡустыһы Ҡусам ибне Ғәббәс янына барыуыбыҙ айырыуса тулҡынландырғыс булды. Шаһи Зиндә некрополендә урынлашҡан ҡәберенән көн оҙоно мосолмандар, сит илдәрҙән туристар өҙөлмәй. Ингән урында Мөхәммәдтең ﷺ хәҙисе яҙылған: «Үҙенең холҡо, тәртибе һәм тышҡы ҡиәфәте менән миңә иң оҡшаған кеше ул – Ҡусам ибне Ғәббәс».
Тәҡүәле хәлфә Ғәли менән икәүләп һөйөклө Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ ләхеткә ҡуйыусы ла, ҡәберенән иң һуңғыһы булып сыҡҡан сәхәбә лә ул! Шуларҙы күҙ алдына килтергәс, күңелдәребеҙ тулды, күҙҙәребеҙгә йәш эркелде. Ҡусам ибне Ғәббәс ятҡан урынға бик яҡын бүлмәлә ҡырҡ көн дауамында бөйөк шәйех Баһаутдин Нәкшбәнд ҡуддисә сирруһу (Аллаһ уның йәнен (серен) таҙартһын!) хәлүәттә булған (хәлүәт – таҙарыныу, нурланыу, яңғыҙың ғына донъя мәшәҡәттәренән 3, 7, 40 һәм унан күберәк көнгә айырылып тороу). Унда ла инеп бөтәбеҙ ҙә ике рәҡәғәт намаҙ уҡып, изге доғалар ҡылдыҡ. Күңелдә аңлатып бөтә алмаҫлыҡ хис-тойғолар: әйтерһең дә, был ваҡиғалар кисә генә булған кеүек! Башына аҡ сәллә ураған, өҫтөнә сапан кейгән шәйехтең нурлы йөҙө, ҡупшы һыны күренеп ҡалғандай булды.
Бөйөк аҡыл эйәһе, матуридизм мәктәптәренең береһенә нигеҙ һалыусы һәм исем биреүсе Әбү Мансур әл-Матуридиҙың һуңғы төйәге – Сәмәрҡәнд ҡалаһының Чокардиза ҡәберстанында. Үзбәк ҡәрҙәштәребеҙ мәшһүр ғалимды ололап, ҙур мемориаль комплекс төҙөп сыҡҡан. Беҙ барғанда, уның биләмәһендә төҙөкләндереү эштәре бара ине, шуға эсенә инә алманыҡ. Мораҙулла Дадаев уның турала: «Сәмәрҡәндтән һәм уның тирә-яғынан килгән мосолмандар менән алып барған һөйләшеүҙәрҙә Әбү Мансур әл-Матуриди уңыш ҡаҙанған. Айырыуса ғәҡыдалары тайпылған кәррамиҙар, шиғыйҙар һәм мөғтәзилиҙар менән фекер алышҡан, уларҙың ҡараштарын кире ҡағыуға хеҙмәтен бағышлаған. Аллаһ Илсеһенең ﷺ сәхәбәһе, ансары Әбү Әйүп ал-Ансариҙың вариҫы ул», – тип һөйләне. Олуғ ғалим рухына доғалар бағышланыҡ. Иҫтәлекле урында сиған балалары күп икән. Был халыҡты үзбәктәр үҙҙәре «лүли» тип йөрөтә. Бер тотам да ҡалмай, бер арттан эйәреп, бер алдыбыҙға сығып, беҙҙән хәйер һоранылар.
Ғөбәйҙуллаһ-хажиәл-Әхрари ҡуддисә сирруһу мавзолейы ла – Сәмәрҡәнд ҡалаһының иң билдәле урындарының береһе, рухи үҙәге. Уны XV быуат аҙағында бөйөк шәйехтең улдары төҙөгән. Олуғ әүлиә һижри иҫәп буйынса 806 йылдың Рамаҙан айында тыуған. Әсәһенең ауырға ҡалғансы, атаһының дүрт ай буйына жәзбәт (был донъянан ваз кисеп, әҙ ашап, әҙ йоҡлап, бөтә ваҡытын ғибәҙәткә, Аллаһты зекер итеүгә бағышлау) хәлендә булыуын һөйләне беҙгә Мораҙулла хәҙрәт. «Урындағы халыҡтың хәтерендә шундай бер ваҡиға иҫтә ҡалған. Бөйөк шәйех Низаметдин Хәмүш әс-Сәмәрҡәнд рәхимуллаһ мураҡабә хәлендә бер ваҡыт ҡапыл ҡысҡырып ебәрә. Мөриттәре (уҡыусылары) бының сәбәбен һорай, көнсығыш тарафта тиҙҙән Аллаһтың һөйөклө бәндәһе донъяға килә, Ғөбәйҙуллаһ тигән исем бирерҙәр уға, бөйөк шәйех буласаҡ ул, – тип яуап бирә остаздары», – тип, күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткерҙе беҙгә гидыбыҙ.
Ҡайҙа ғына барһаҡ та, татыу төркөмөбөҙҙөң йәш ағзаһы, Өфө егете Мөхәммәтрәсүл Садиҡов моңло тауышы менән яттан «Әл-Мүлк», «Йәсин» сүрәләрен уҡып, әруахтар рухына бағышланы, сауаптары насип булһын!
Сәмәрҡәнд ҡалаһындағы тарихи асыштарға, сағыу тәьҫораттарға бай көнөбөҙ мәшһүр ислам ғалимы, «Әл-Йәмиғ әс-сәхих» хәҙистәр йыйынтығын төҙөүсе имам әл-Бохариға зыярат менән тамамланды. Исеме бөтә донъяға киң билдәле имамдың тыуыуына 1225 йыл тулыуға ҡарата Хартанг биҫтәһендә мөһабәт мемориаль комплекс төҙөлөп бөтә һәм 1998 йылда асыла. Иҫ китмәле, һушты алырлыҡ күркәм урын, мавзолей, мәсет, китапхана һәм мәҙрәсә биналары – бер-береһенән айырым. Ғибәҙәтханаһында өйлә намаҙын уҡыу бәхете тейҙе беҙгә.
Шунан инде данлыҡлы ғалим янына барҙыҡ, зыярат ҡылырға теләгән кешеләр шул тиклем күп, шығырым тулы зал. Шуғалырмы икән, беҙҙе төпкә үткәрмәнеләр. Урындағы имам үҙе тиҙ генә доға ҡылды ла, һаҡсылар сығыуыбыҙҙы һораны.
Тулҡынланыу ҡатыш шатлыҡ хистәре солғанышында көндөң эҫе булыуы һиҙелмәне лә. Бөтә ерҙә йәшеллек, төрлө ҡоштар моңо сыңлай – йөрәктәребеҙ ҙә был күңелле йырға ҡушылып киткән кеүек, әйтеп бөтөргөһөҙ рәхәт! «Ошо бәрәкәтле көндә бөйөк әүлиәләр янында ҡылынған изге доғаларыбыҙҙы ҡабул ит, Раббым!» – тип йәнә ялбарҙыҡ Аллаһҡа.
(Дауамы бар)